21 февраль – Халыҡ – ара туған телдәр көнө

Февраль 22, 2023 Просмотров: 40
21 февраль – Халыҡ – ара туған телдәр көнө, һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. 16-21 февраль көндәре мәктәптә Туған телдәр көнөнә арналған төрлө саралар уҙғарылды. Унда 1- 11 класс уҡыусылары ҡатнашты. Танатаналы линейкала бәйгеләргә йомғаҡтар яһалды һәм еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Унда «Туған телдән иң яҡшы дәфтәр», «Иң яҡшы стена газетаһы», «Иң яҡшы һүрәт» номинацияларнда еңеүсе уҡыусылар билдәләнде.